Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Республиканские порталы Карта сайта Вход

Министерство здравоохранения Республики Башкортостан

Республика онкология диспансерының яңы бинаһы 2020 йылдың беренсе кварталында файҙаланыуға тапшырыла

20 Марта 2019
10
0

Республика онкология диспансерының хирургия корпусына төкәтмә төҙөү 2017 йылда башланды. Ошо ваҡыт эсендә объектта 339,5 миллион һум үҙләштерелде. Төҙөлөштөң дөйөм хаҡы 1,65 миллиард һумға баһалана, шуның 781 миллионы — төҙөлөш-монтаж эштәренә, 741,7 миллион һумы ҡорамалға тотонола.

18 ғинуарҙа Башҡортостан Хөкүмәте бойороғо менән ағымдағы йылға 907 миллион һум бүленде (Башҡортостан бюджеты — 407 миллион, Рәсәй бюджеты — 500 миллион һум). 2020 йылда был сумма 268,9 миллион һум тәшкил итә.

Бөгөн Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров онкология диспансерының яңы бинаһын төҙөү барышы менән танышты. Республиканың һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Максим Забелин объектты 2020 йылдың тәүге кварталында файҙаланыуға тапшырырға йыйыныуҙары хаҡында һөйләне. Стационарҙың ҡеүәте — 240 койка-урын, сменаһына 450 кешене ҡабул итеүгә һәләтле. Беренсе ҡатта — стационарға ҡабул итеү бүлмәләре, регистратура, гардероб һәм бактериологик лаборатория менән айырым блок, икенселә — компьютер томографияһы, рентген тикшереүе һәм һанлы маммография кабинеттары, өсөнсөлә — трансфузиология хеҙмәте, дауалау-тикшереү һәм консультация биреү кабинеттары, ә 4-8-се ҡаттарҙа ике палата секцияһы менән биш стационар бүлексә була.

«Һеҙ яман шеш менән ауырыған кешеләр өсөн һуңғы өмөт, иң мөһиме, пациенттар тейешле дауа алырға тейеш», — тип билдәләне Радий Хәбиров.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы