Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Республиканские порталы Карта сайта Вход

Министерство здравоохранения Республики Башкортостан

Башҡортостандағы милли проекттарға 175,1 миллиард һум: Республика медицинаһында нимә үҙгәрер?

29 Мая 2019
19
0

Милли проекттар сиктәрендә Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау өлкәһенә 16,4 миллиард һум бүленә. Шуның ете миллиард һумдан ашыуын йөрәк-ҡан тамырҙары һәм онкология сирҙәренә ҡаршы көрәшкә тотоноу күҙаллана. Өфөлә онкология диспансерының яңы хирургия корпусы сафҡа индерелә. Башҡортостандың баш ҡалаһында, шулай уҡ Күмертауҙа, Нефтекамала, Стәрлетамаҡта, Октябрьскийҙа, Салауатта, Белорет, Бөрө һәм Дыуан райондарында амбулатор онкология ярҙамы үҙәктәре барлыҡҡа килә. Был республика райондарында йәшәүселәргә тейешле медицина ярҙамын алыу өсөн 300 саҡрым алыҫлыҡтағы Өфөгә барырға кәрәкмәй тигәнде аңлата.

Быйыл 18 балалар поликлиникаһына һәм балалар поликлиника бүлексәләренә ремонт үткәрелә. Дүртөйлө һәм Туймазы ҡалаларында ике яңы балалар поликлинкаһы сафҡа индерелә.

Башҡортостанда 22 фельдшер-акушерлыҡ пункты төҙөлә йәки ремонтлана, 27 күсмә медицина комплексы һатып алына. Ошо маҡсаттарға 625 миллион һум ҡаралған.

Кадрҙар мәсьәләһен хәл итеүгә 216 миллион тотонола. 2018 йылдың аҙағында Башҡортостанда 1150 табип һәм 973 урта медицина персоналы белгесе етешмәй ине. 2019 йылдың беренсе кварталында, күрелгән саралар ярҙамында, Башҡортостанда табиптар — 185-кә, ә урта профилле белемгә эйә медицина хеҙмәткәрҙәре 216 кешегә артты. Ләкин мәсьәләне аҙағынаса хәл итергә кәрәк.

Башҡортостанда милли проекттарҙы тормошҡа ашырыуға бөтәһе 175,1 миллиард һум йүнәлтелә. Был аҡсаны нимәгә тотонорҙар һәм республикала йәшәүселәр милли проекттарҙан нимә алыр? «Башинформ» агентлығының махсус проекты ошо хаҡта.

БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы (Башинформ мәғлүмәте буйынса)