Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Республиканские порталы Карта сайта Вход

Министерство здравоохранения Республики Башкортостан

Ауырыу төрҙәре үҙгәрешһеҙ, ә уларҙы дауалау ысулдары камиллаша

10 Июня 2019
15
0

Башҡортостанда быйыл унынсы тапҡыр ойошторолған Көнсығыш-Көнбайыш халыҡ-ара конференцияһында Донъя офтальмологтары тәжрибә уртаҡлашты. Вәкил Хафизов уң күҙе насар күрә башлағанын быйыл апрелдә генә һиҙеп ҡала. Нуриман район дауаханаһынан уға Өфө күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеренеү үҙәгенә юллама бирәләр. Сирҙе асыҡлап операция үткәреүгә ай ярым тирәһе ваҡыт талап ителгән. Тоноҡланған күҙ яҫмығын трифокаль линзаға алмаштырыу күреү һәләтен тулыһынса тергеҙә. Өфө офтальмологтары был инновацион операцияларҙы һөнәри яҡтан оҫта ғына түгел, пациенттарға бушлай башҡара. Мәскәү клиникаһы етәксеһе өсөн был көтөлмәгән яңылыҡ. Профессор Антонюк Өфөлә донъяла билдәле компания етештергән өр-яңы прибор ярҙамында ҡара ҡылауҙы бөтөрөү операцияһын эшләп күрһәтте. Халыҡ-ара форумының “Тере хирургия”ға арналған өлөшөндә ҡалған туғыҙ операцияны Башҡортостан табиптары күрһәтте. Инновация ысулына нигеҙләнгән операция бер нисә минут дауам итә. Офтальмология конференцияһы сиктәрендә төшкә тиклем генә тиҫтә операция яһалды. Тәжрибә уртаҡлашыу йәһәтенән һөҙөмтәле йыйынды онлайн тәртиптә донъяның төрлө илдәрендә күҙәтеү мөмкинлеге бар. Йәш табиптар өсөн белешмә курстар ойоштороу, хеҙмәттәштәр менән тәжрибә уртаҡлашыу лекциялары уҡыу маҡсатында Өфөлә Европа һәм Азия ҡитғаларының 16 иленән алдынғы табиптар йыйылды. Япония университеттары ғалимдары иһә Рәсәйҙә беренсе тапҡыр лекция сессияһын үткәрҙе. Көнсығыш-Көнбайыш форумы күҙ ауырыуҙарын дауалау өлкәһендә заманса алымдарҙы ҡулланыу мөмкинлектәрен танытыу һәм таратыуға арналған мәртәбәле фәнни симпозиум. Сараны ойоштороусы Өфө күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеренеү институты ғына түгел, ә Рәсәйҙең башҡа клиникалары өсөн дә ул халыҡ-ара хеҙмәттәшлек даирәләрен киңәйтә.

Яңылыҡтар хеҙмәте (БР һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәте буйынса)

Открой Свою Республику: открытаяреспублика.рф
  • Ауырыу төрҙәре үҙгәрешһеҙ, ә уларҙы дауалау ысулдары камиллаша