Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Республиканские порталы Карта сайта Вход

Министерство здравоохранения Республики Башкортостан

Башҡортостанға «Һаулыҡ һаҡлау» милли проектын тормошҡа ашырыу өсөн 16 миллиард һум бүленә

19 Июня 2019
9
0

Башҡортостанға «Һаулыҡ һаҡлау» милли проектын тормошҡа ашырыу өсөн 16 миллиард һум бүленә. Республиканың һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Максим Забелин Башҡортостан юлдаш телеканалына интервьюһында ошо хаҡта һөйләне.

«Маҡсат бер — 2024 йылға ғүмер оҙайлығы 78 йәшкә етергә тейеш. Проект һигеҙ өлөшкә бүленгән: ҡан әйләнеше сирҙәренән, яман шештән үлем осраҡтарын кәметеү һәм башҡалар. «Һаҡсыл поликлиника» проекты тиражын да арттырыу күҙаллана», — тине Максим Забелин.

Был проектҡа балалар поликлиникалары ла индерелә. Уларҙың бөтәһе лә үҙҙәренең техник базаһын яҡшырта: биналар ремонтлана, шулай уҡ ҡорамалдар паркы яңыртыла — рентген һәм ультратауыш була.

Максим Забелин Республика балалар клиник дауаханаһын реконструкциялау пландары, балалар онкологияһы һәм гематология корпусы төҙөлөшө хаҡында һөйләне.

«Был проект Радий Хәбировтың шәхси күҙәтеүендә, ул һаулыҡ һаҡлау министры Вероника Скворцова менән даими бәйләнештә. Төҙөлөштө 2020-2021 йылдарҙа башлау күҙаллана», — тип хәбәр итте ведомство етәксеһе.

"Башинформ" МА