Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Республиканские порталы Карта сайта Вход

Министерство здравоохранения Республики Башкортостан

Хәйбулла районының Ғәлиәхмәт ауылында яңы фельдшер-акушер пункты асылды

23 Июля 2019
20
0

Хәйбулла районының Ғәлиәхмәт ауылында «Һаулыҡ һаҡлау» милли проекты сиктәрендә төҙөлгән яңы модулле фельдшер-акушер пункты эшләй башланы, ошо хаҡта Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы матбуғат хеҙмәте хәбәр итә. Яңы фельдшер-акушер пунктында 400-ҙән ашыу кеше, шул иҫәптән 89 – бала һәм үҫмер, 311 – өлкән кеше, 32 инвалид хеҙмәтләндерелә.

Ғәлиәхмәт ауылында яңы фельдшер-акушер пункты заманса талаптарға яуап бирә: бында пациенттарҙы ҡабул итеү, процедуралар, дарыуҙарҙы һаҡлау, медициа персоналдары, хужалыҡ бүлмәләре бар.

ФАП тулыһынса бөтә стандарттарға һәм санитар нормаларға тап килә, йылытыла, һыу тәьминәте һәм канализация, аҙ мобилле граждандар өсөн пандус бар.

БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте