Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Республиканские порталы Карта сайта Вход

Министерство здравоохранения Республики Башкортостан

2024 йылға тиклем Башҡортостанда 406 фельшер-акушерлыҡ пункты яңыртыласаҡ

29 Июля 2020
12
0

Был турала республика етәксеһе Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә белдерҙе. Ауылда медицинаны нығытыу бурысы ҡуйылған. Ошо маҡсатта федераль һәм республика ҡаҙнаһынан аҡса бүленә. Быйыл яҙ Дүртөйлө районы Яңы Уртай ауылында модулле фельшер-акушерлыҡ пункты сафҡа индерелгәйне.

Заманса йыһазландырылған фельшер-акушерлыҡ пунктынан халыҡ өҙөлмәй. Йәйгеһен бигерәк тә өлкән быуын вәкилдәре мөрәжәғәт итә. Түҙеп торғоһоҙ селлә эҫелә баш ауыртыуға зарланыусылар күп. Зилә Латипова билдәләүенсә, ауылда фельшерлы булыу – үҙе бер бәхет. Дарыу менән генә түгел, йылы һүҙ менән дә дауалай.

ЭКГ аппараты, дефибрилятор – Дүртөйлө районы Яңы Уртай ауылында асылған медицина пункты заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған. Прививка,процедуралар яһау өсөн айырым кабинеттар булдырылған.

Быға тиклем урындағы халыҡ медицина ярҙамы алыр өсөн Иҫке Байыш ауылына йөрөгән. Табип амбулаторияһы 8 саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан. Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә төҙөлгән проблеманы тулыһынса хәл итә. Хәҙер ул ике ауыд халҡын хеҙмәтләндерә.

Объект «Һаулыҡ һаҡлау» милли проекты сиктәрендә күтәртелә. Ауыл, район хакимиәте, бағыусылар көсө менән биләмәлә төҙөкләндереү эштәре башҡарылған.

Иң мөһиме медицина пунктына «Ауыл фельдшеры» программаһы буйынса белгес ҡайтҡан. Илгиз Денисламов Дүртөйлө районына ғаиләһе менән күсенгән. Быға тиклем ул Нефтекама ҡалаһында «Ашығыс ярҙам» хеҙмәтендә эшләгән, хәҙер эш күпкә тынысыраҡ, шул уҡ ваҡытта яуаплы ла.

Дүртөйлө районында һаулыҡ һаҡлау өлкәһен нығытыуға иғтибар юғары. «Ауыл фельшеры» программаһы буйынса ғына йылына ике-өс белгес хеҙмәт урыны менән тәьмин ителә. Төпкөлдәргә ҡайтыусыларға ярты миллион һумлыҡ аҡсалата ярҙам ҡаралған. Көшөл ауылы фельшеры Айрат Сәлимйәнов был сумманы йорт күтәртеүгә йүнәлткән.

Башҡортостанда ике меңдән ашыу фельшер-акушерлыҡ пункты иҫәпләнә, уларҙың алтмыш проценты төҙөкләндереүгә мохтаж. Дүртөйлө районында һуңғы ике йылда өс фап төҙөлә, ремонт эштәре лә даими алып барыла.

Тулыһынса: БСТ