Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Республиканские порталы Карта сайта Вход

Министерство здравоохранения Республики Башкортостан

“Хеҙмәтебеҙ халҡыбыҙҙы һаҡлауға йүнәлтелгән”

12 мая 2021
55
0

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың быйылғы Федерация Йыйылышына Мөрәжәғәтнамәһен айырыуса ҙур ҡыҙыҡһыныу менән, тормошобоҙҙа кәйефте күтәрерлек яңы үҙгәрештәр булыуына яҡты өмөттәр бағлап ҡаршы алдыҡ. Уның, нигеҙҙә, илебеҙ эсендәге көнүҙәк проблемаларға, һаулыҡ һаҡлау, социаль сәйәсәт, иҡтисад мәсьәләләренә, халыҡтың хәүефһеҙ тормошона ҡағылыуы, ошо йәһәттән тормошҡа ашырыласаҡ бурыстарҙы күҙаллауы бер кемде лә битараф ҡалдыра алмағандыр.

Барыбыҙға билдәле, эпидемия хәүефе илде солғаған осорҙа иң ҡаты һынауҙы медицина тармағының бөтә йүнәлештәренә үтергә, эшмәкәрлекте яңы шарттарҙа башҡарырға тура килде.

Бөгөнгө әңгәмәсебеҙ – республика наркология диспансерының баш табибы Руслан АРЫҪЛАНОВ менән еңелдән булмаған наркология хеҙмәте, замандың социаль проблемаһына әүерелгән, күп ғаиләләргә бәхетһеҙлек, инвалидлыҡ килтергән сирҙәрҙе иҫкәртеү, халыҡты заман афәттәренән һаҡлау тураһында фекер алышмаҡсыбыҙ. Ил Президентының Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһендә ҡуйылған бурыстар медицина тармағының был күп яҡлы, көсөргәнешле тармағына ла ҡағыла, сөнки наркология белгестәренә йышыраҡ хеҙмәткә яраҡлы йәштәгеләр, үҫмерҙәр һәм балалар менән яҡындан аралашырға, хроник алкоголизм, наркомания һәм токсикомания кеүек ауыр сирҙәрҙән дауалау, иҫкәртеү эшен ойошторорға тура килә.

– Руслан Мансур улы, һүҙебеҙҙе дәүләт Башлығының Мөрәжәғәт­намә­һендә яңғыраған төп фекерҙән башлайыҡ. “Рәсәй халҡын һаҡлау – беҙҙең юғары милли өҫтөнлөк”, – тип белдерҙе Президент һәм ха­лыҡтың һанын тотороҡло артты­рыуҙы стратегик бурыс тип иҫәп­ләне. Тимәк, вирус хәүефе һаҡланһа ла, ауырыуҙарҙы планлы рәүештә ҡабул итеү, хроник сирлеләрҙе дауалау һәм уларҙың аҙыуына юл ҡуймау, иҫкәртеү сараларын көсәй­теү көнүҙәк мәсьәлә булып ҡаласаҡ. Ошо йәһәттән фекерегеҙҙе белге килә.

– Минеңсә, Мөрәжәғәтнамәлә иғти­барҙың кеше һаулығы, бала һәм ғаилә именлегенә йүнәлтелеүе бик тәбиғи һәм ваҡытлы, айырыуса барыбыҙ ҙа пандемияның кире эҙемтәләрен күҙәт­кән, кисергән мәлдә. Наркология – хроник алкоголизм, наркомания һәм токсикоманияны өйрәнгән, уларҙы иҫкәрт­кән һәм дауалаған ҡатмарлы медицина тармағы. Хәҙерге ваҡытта ул, фән булараҡ, Рәсәйҙә лә, сит илдәрҙә лә үҫешә, сөнки алкоголизм һәм наркомания проблемаһы киҫкенләшкән, бәйлелектән сыға алмай интеккән һәм дауаланыуға мохтаждар артҡан мәлдә башҡаса булыуы мөмкин дә түгел. Эпидемияның бик хәүефле мәлендә лә  республика наркология хеҙмәткәрҙәре үҙ бурысын теүәл, юғары кимәлдә башҡарҙы, тип әйтә алам.

– Кешелек психоактив матдәләр менән күптәнге замандан таныш. Наркотиктарҙы ҡулланыу тарихы тураһында мәғлүмәт күп. Ә бына психоактив матдәләргә бәйлелек проблемаһы менән кешелек яңыраҡ, йәғни ХVIII быуаттың тәүге яртыһында ғына осрашты. Ул, медицина проблемаһы булыуҙан уҙып, ғаилә, балалар, йәмәғәт именлеге, социаль мәсьәлә юғарылығына күтәрелде. Стационарға килеп эләккән ауырыуҙарға тәү сиратта ниндәй ярҙам күрһәтелә?
– Наркология диспансерында пациенттың абстинент синдромы билдәләрен (эсеүҙән туҡтағандан һуң организмдың ағыуланыуы һөҙөмтә­һендә баш ауыртыуы, хәлһеҙлек, күңел болғаныуы, ҡуҙғыусанлыҡ һәм баш­ҡалар) дауалау, бауыр, бөйөр, йөрәк, ашҡаҙан эшмәкәрлеген яҡшыртыу өсөн бөтә саралар күрелә. 

Табип пациенттың сәләмәтлеген тикшереү, алкоголь йәки наркотик препараттар менән мауығыуға бирешеүсән­леген билдәләү өсөн мотлаҡ күҙгә-күҙ ҡарап һөйләшә. Нарколог телефон йәки интернет аша дауалауҙы билдәләй алмай. 

Диагноз ҡуйғанда пациенттың ҡанда һәм башҡа биологик шыйыҡлыҡтарҙа наркотик матдәләр, токсиндар йәки ал­коголдең эҙҙәрен асыҡлау өсөн табип­тың лаборатор анализдар тәғәйенләүе ихтимал. Хәҙерге заман лаборатор тикшереүҙәре был матдәләрҙең аҙ ғына концентрацияһын да асыҡларға мөм­кинлек бирә.

Тәүге анализ наркотик матдәләр эҙҙәрен йәки уларҙың метаболиттарын асыҡлай, сөнки кешенең организмына эләккән наркотик химик үҙгәрештәр кисерә. Һөҙөмтәлә организмда барлыҡ­ҡа килгән сит продукттар бәүел ярҙамында, аҙаҡ тир, бауыр аша сығарыла. Ошо матдәләргә ҡарап, пациенттың ниндәй наркотикты, ҡасан ҡабул итә башлағанын асыҡларға була. Кеше наркотикты бер тапҡыр ғына “тәмләп” ҡараған осраҡта ла, уның организмда ҡалдырған матдәләре 3 – 15 көн дауамында бүленеп сығыуы ихтимал.

Химик-токсикологик тикшереү юғары теүәллек менән пациенттың ниндәй наркотик төрөн һәм тибын ҡабул итеүен билдәләй. Хатта уның күпме доза ҡабул иткәнен, наркотик бәйлелектән яфаланыу-яфаланмауын күрһәтә. Наркологияла ҡулланылған бөтә тикшереү анализдары һәм тестарына туҡталып тормайынса, шуны ғына әйтергә теләйем: лаборатор тикшеренеүҙәр пациенттың наркотик матдәләрҙе йәки спиртлы эсемлектәрҙе ҡулланыуын раҫлаған йәки кире ҡаҡҡан төп ысулдарҙың береһе булып тора.

– Бер ваҡытта ла наркотик матдәне ауыҙына алмаған кешенең анализдары ыңғай һөҙөмтә күрһәткән осраҡтар буламы?
– Эйе, ҡайһы бер препараттарҙы ҡулланыу шундай һөҙөмтә биреүе ихтимал. Дарыуҙарҙың бәғзеләре үҙҙәренең структураһы буйынса наркотиктар менән оҡшаш булыуы мөмкин, шуға күрә анализ бирер алдынан нарколог пациенттың һуңғы 25–30 көндә ниндәй дарыуҙар ҡулланыуын асыҡларға тейеш. Дарыуҙар темаһы – үҙе айырым мәсьәлә. Күптәр уларҙы үҙ белдеге менән, шулай уҡ кемдеңдер кәңәшен тотоп йә интернет аша уҡып ҡулланыуҙы етди ғәмәлгә һанамай. Хатта ҡайһы саҡта препараттарҙы ҡулланыу тураһындағы күрһәтмәләрҙе лә уҡып, ентекләп танышып тормайбыҙ. Дарыуҙарҙан ағыуланған осраҡтар йыш булып тора.

– Миҙал ике яҡлы булған кеүек, бөтә донъяны ялмаған пандемияның да һабаҡ алырҙай фәһемле яҡтары аҙ булманы. Ул беҙҙе күп нәмәгә өйрәтте – санитария-гигиена талаптарын күҙәтергә, бер-береңә ярҙам итергә, үҙеңдең һәм яҡындарыңдың һаулығын хәстәрләргә... Пандемия яман ғәҙәттәрҙән арыныу өсөн дә уңайлы осор булды, ахыры.
– Хәтерләйһегеҙҙер, пандемия башланғас, алкоголь коронавирустан иҫкәрткән бик шәп сара, тип уйлағандар артты. “Тәмәкеселәр вирусҡа бирешмәй икән” тигән һүҙ ҡуйыртыуҙар ҙа булғыланы. Тик был уйҙырмалар, имеш-мимештәр аҡланманы. Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығының баш белгесе, психиатр-нарколог Евгений Брюн кальян тартҡанда йоғошло ауырыуҙарҙың, айырыуса коронавирус инфекцияһының бер нисә тапҡырға йәһәтерәк таралыуын, тәмәкеселәр организмының йоғошло сирҙәргә үтә һиҙгерлеген билдәләне. Тартыу, киреһенсә, пациенттың ауыр хәлен тәрәнәйтә генә. Ул ҡулдары менән битенә тейә, мәкерле вирусты тарата. Никотин иммунитетты ҡаҡшата, шуға күрә тәмәкеселәр сирҙәрҙе ауырыраҡ үткәрә. Был яман ғәҙәттән арынғандар респиратор сирҙәргә бирешеп бармай, шуға күрә пандемия осоро – тәмәке тартыуҙан ҡотолоу өсөн бик ҡулайлы ваҡыт ул.

– Эскелектең йүнлегә алып килмәүе, һаулыҡты ҡаҡшатыуы тураһында кем генә белмәй. Шулай ҙа йәштәр араһында уны “норма” тип иҫәпләүселәр етерлек...
– Алкоголгә бәйлелектән ҡотола алмағандарҙың “йәшәреүе” күп шарттарға бәйле: йонсотҡос реклама, кино һәм телевидение экрандарынан төшмәгән күңелле табын ҡороуҙар, эсемлектәрҙе еңел генә һатып алыу мөмкинлеге... Һөҙөмтәлә эскелекте ғәҙәти ғәмәл тип ҡабул иткән быуын үҫә.

Яңыраҡ ҡына илебеҙҙең ошо өлкәлә эшләгән тәжрибәле белгестәре менән Чечен Республикаһында ҙур сарала ҡатнаштым. Был сәфәр күптәр өсөн фәһемле булғандыр, мин дә үҙем өсөн ниндәйҙер кимәлдә асыш яһаным. 400 мең кеше йәшәгән Грозный ҡалаһында алкоголле эсемлектәр һатылған ни бары бер магазин эшләй. Уныһы ла иртәнге сәғәт 8-ҙән 10-ға тиклем генә, өҫтәүенә – ҡала ситендә. Кеше бында ресторандарға затлы араҡы эсергә йөрөмәй, ә күңел асыу өсөн килә, сөнки ресторан-кафеларҙа алкоголле эсемлек бөтөнләй юҡ. 

Республикала йәмәғәтселек фекере бик көслө, йәштәр ололарҙың тәнҡитенә, ғәйепләүенә, киҫәтеүенә ныҡ ҡолаҡ һала. 

– Төбәктәрҙең “Айыҡлыҡ рейтингы”нда Чечен Республикаһының беренсе урынды алыуына ғәжәпләнәһе лә түгел икән...
– Ә беҙ республикала әллә ниҙә бер, мөһим ҙур саралар үткәндә ваҡытлыса индерелгән сикләүҙәрҙе лә өнәп еткермәйбеҙ. “Һуңғы ҡыңғырау”, һабан­туйҙар, оҙайлы байрамдар мәлендә эсемлектәр һатыу ваҡыты ҡыҫҡар­тылыуын тәнҡитләргә, ҡәнәғәтһеҙлек белдерергә керешәбеҙ, был сараларҙы “иркебеҙҙе сикләү” тип ҡабул итәбеҙ. Бәхәсләшмәйем, иреклек – бик яҡшы ғәмәл, әммә уның да сиге бар. Сикләүҙәр уйланылған, нигеҙләнгән булырға тейеш. Яңы йыл байрамдарында алкоголле эсемлектәрҙе һатыуҙы сикләүҙең халыҡтың сәләмәтлеген һаҡлауға, ағыуланыуға һәм фажиғә­ләрҙе кәметеүгә йүнәлтелгәнен аңларға кәрәк. Мәктәп, балалар баҡсаһы һәм социаль учреждениелар эргәһендә тәмәке, һыра һатыуҙы тыйыу дөрөҫ аҙым булды. 

– Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев быйыл 1 – 8 ғинуарҙа алкоголле эсемлек­тәрҙе һатыуҙы 27 процентҡа сикләү­ҙең алкоголь менән ағыуланыуҙы 70 процентҡа кәметеүен, янғын осраҡтарын байтаҡҡа ҡыҫҡартыуын белдергәйне. Эскелекте тыйыуҙар, сикләүҙәр, хатта ҡәтғи закондар ярҙамында “ауыҙлыҡларға” тырышыу, һис һүҙһеҙ, кәрәк, әммә улар ҙа әлегә көтөлгән һөҙөмтәне бирмәй. Беҙ күҙ терәп торған йәш быуын йәштәре эскелек һаҙлығына төшмәһен өсөн тағы ниндәй саралар күреү мөһим?
– Үҙеңдең һәм яҡындарыңдың яҙмышын билдәләү һәм дөрөҫ юлды һайлауҙың бары үҙеңдән тороуын “Айыҡ ауыл” республика бәйгеһе барыбыҙға ла иҫбат итте. Башҡортостан Хөкү­мәтендә эшләп йөрөгәнемдә, мин был сараның йәмәғәт ойошмалары тарафынан ойошторолоуы, үҙен ыңғай башланғыс итеп танытыуы, халыҡта ҡыҙыҡһыныу уятыуы хаҡында хәбәрҙар булһам да, уның асылын баһалап бөтмәгәнемде аңланым. Эйе, сағыу, күркәм сара, йыр-бейеү, халыҡ традициялары менән гөрләп үткән осрашыу кемгә оҡшамаһын, тип уйлай торғайным. 

Былтыр Башҡортостан Хөкүмәтенең июлдәге ҡарарына ярашлы, сираттағы “Айыҡ ауыл” конкурсында ҡатнашыу өсөн 54 муниципалитеттан да ике меңдән ашыу ғариза алыныуы яҡшы күренеш булды.

“Уртаса ауылдар” номинацияһында еңеү яулаған Стәрлетамаҡ районының Күсәрбай ауылындағы осрашыу күңелдә өр-яңы тәьҫораттар уятты. Уҡыусылар һәм кескәй балаларҙың шатлыҡтан, байрам кәйефенән күҙҙәре янып тора, хәмерһеҙ ҙә күңелле ял итеп булыуын яҡындары миҫалында күрәләр, уларҙың был матур ваҡиғанан алған тәьҫораттары хәтерҙәрендә оҙаҡ һаҡланасаҡ әле. Хатта “йәшел йылан” менән дуҫ кешеләр ҙә бындай матур сараларҙан ситтә ҡалмаясаҡ бит, күҙәтеүсе генә булһалар ҙа, үҙҙәренең насар ғәҙәттәренән, моғайын, бер аҙ тартынырҙар. “Берҙәм Рәсәй” партияһы ойошторған “Минең ғаиләм” проекты ла шул уҡ йүнәлештә эшләй. 

– Бер мәҡәләлә наркология тармағының бөтә эшмәкәрлеген яҡ­тыртыуы мөмкин түгел. Бөгөн Һау­лыҡ һаҡлау министрлығының 1-се республика наркология диспансеры дәүләт башлығының өр-яңы бурыстар ҡуйған Мөрәжәғәтнамә­һенән һуң үҙен нисек тоя?
– Беҙҙең диспансер махсус наркология ярҙамы күрһәтеү буйынса өсөнсө кимәлгә ҡарай. Уның составында дауалау-диагностика саралары комплексын тулыһынса үткәреү мөмкинлеге булған бөтә тейешле структура подразделениелары бар. Беҙ эшебеҙгә Башҡортостан дәүләт медицина университетының психиатрия һәм наркология кафедраһының профессорҙар, уҡытыусылар берлеген йәлеп итә алабыҙ. Диспансер эшмәкәрлеге киң ҡоласлы, уның стационарҙары һәм реабилитациялау бүлектәре 295 кешегә иҫәпләнгән. Тәүге этапта диспансерҙа халыҡҡа махсус наркология ярҙамы, шул иҫәптән аноним рәүештә күрһәтелә. Һәр районда наркология кабинеттары эшләй. Икенсе этапта тәүлек әйләнә­һенә эшләгән стационар бүлектәр (ҡатын-ҡыҙҙар бүлексәһе, бәлиғ булма­ғандар өсөн урындар, кисектергеһеҙ наркология ярҙамы һәм ВИЧ инфекциялы пациенттар өсөн бүлексәләр) ярҙам күрһәтә. Дауалауҙың өсөнсө этабын медицина реабилитацияһы системаһы дауам итә. 

Иң ҙур хыялым – диспансерҙың матди-техник базаһын нығытыу, төрлө ерҙәрҙә сәселеп ултырған бүлексәләрҙе бер ҡыйыҡ аҫтына туплау, медицина хеҙмәткәрҙәренең эш һәм пациент­тарҙың дауаланыу шарттарын яҡшыр­тыу. Мәҫәлән, Йоматауҙағы 60 урынға иҫәпләнгән реабилитация бүлексәһендә газдың булмауы, яғыулыҡты һатып алыу кәрәклеге, һыу һәм аш-һыуҙы Ямаштан ташыу ҙур уңайһыҙлыҡ тыуҙыра. Өфө районының Черкассы ауылындағы стационар бүлексәһе баш ҡаланан 35 километр алыҫлыҡта урынлашҡан, бөгөн унда барып әйләнеп ҡайтыу өсөн генә өс сәғәт ваҡыт сарыф ителде.

Беҙҙең ауыр тармаҡта ҡатын-ҡыҙҙарҙың ең һыҙғанып эшләүе, сетерекле хәлдәрҙә лә кешелеклелек, ярҙамсыллыҡ сифаттарын юғалтмауы айырыуса һоҡландыра. Йоматауҙағы реабилитация үҙәге мөдире Татьяна Старостина, Яңы Александровкалағы ҡатын-ҡыҙҙар бүлексәһе мөдире Светлана Цыганова, Аврора урамында урынлашҡан лаборатория мөдире Елена Ғәлиева – бына шул аҫыл, уңған хеҙмәткәрҙәребеҙҙең бер нисәүһе генә.  

Ғөмүмән, Башҡортостанда наркология сирҙәре һуңғы ваҡытта аҙлап булһа ла кәмей башланы. Был яҡшыраҡ эшләү өсөн дәрт-дарман бирә, иҫкәртеү сараларын үҙ мәлендә, дөрөҫ ҡулланыу кәрәклеген тағы бер тапҡыр раҫлай. Президенттың Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһе күп йылдарға илдең үҫеш стратегияһын билдәләй, ул халыҡ һаулығын һаҡлауҙа бөтә тырышлыҡты  бергә туплаясаҡ.

– Әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт! Алда торған мөһим бурыстарҙы үтәүҙә ҙур уңыштар теләйбеҙ.

Мәғлүмәт сығанағы: "Башҡортостан" газетаһы

  • “Хеҙмәтебеҙ халҡыбыҙҙы һаҡлауға йүнәлтелгән”