Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Республиканские порталы Карта сайта Вход

Министерство здравоохранения Республики Башкортостан

Юғары технологик медицина ярҙамын финанслау алты тапҡырға артты – Рөстәм Хәмитов

19 Июня 2018
15
0

Юғары технологик медицина ярҙамын финанслау 2011 йылдан алты тапҡырға артты. Ошо хаҡта Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Медицина хеҙмәткәре көнөнә арналған йыйылышта хәбәр итте.

— 2011 йылдан финанслау алты тапҡыр артты. 23 һаулыҡ һаҡлау учреждениеһында юғары технологик ярҙам күрһәтелә, – тине төбәк етәксеһе. – Һуңғы биш йылда 151 – бөйөр, 16 – йөрәк һәм 14 бауыр күсереп ултыртыу операцияһы яһалған.

2018 йылдың 1 ғинуарында Республика медицина-генетика үҙәге асылды, ул генетик паспортлаштырыу, ДНК-диагностика һәм республикала йәшәүселәрҙең сәләмәтлек мониторингы йүнәлешендә яңы мөмкинлектәр аса, тип хәтергә төшөрҙө Рөстәм Хәмитов.

  • Юғары технологик медицина ярҙамын финанслау алты тапҡырға артты – Рөстәм Хәмитов